Решаем вместе
Сложности с получением «Пушкинской карты» или приобретением билетов? Знаете, как улучшить работу учреждений культуры? Напишите — решим!
Новости

Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!

Хөрмәтле Мәләүез халҡы һәм район-ҡала ҡунаҡтары!
Һеҙҙең барығыҙҙы ла бөгөнгө Изге байрам - Рамаҙан айы тамамланыуы һәм Ураҙа ғәйете менән тәбрик итәбеҙ! Ошо Изге байрам көнөндә һәр берегеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ һәм барлыҡ изге эштәрегеҙҙә һәм ниәттәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!
Ураҙа байрамы рухи берҙәмлегебеҙҙе арттырһын, йөрәктәребеҙгә йән йылыһы, һөйөнөс, игелек һәм мөхәббәт нуры өҫтәһен! Туғандар, яҡындар, бөтә халыҡ имен, татыу, бәхетле йәшәһен. Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!